Все новости
Байрам уңайынан
24 Мая 2020, 08:00

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Быйылғы Ураҙа байрамы онлайн режимда үтәсәк. Ошондай ҡарар Башҡортостан Республикаһы Башлығының дини кешеләр менән үткәргән оператив кәңәшмәһендә ҡабул ителде.#Ураза

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!
Быйылғы Ураҙа байрамы онлайн режимда үтәсәк. Ошондай ҡарар Башҡортостан Республикаһы Башлығының дини кешеләр менән үткәргән оператив кәңәшмәһендә ҡабул ителде. «Пасха байрамын да шулай уҡ үткәрҙек, шуға күрә беҙҙең бындай байрамдарҙы онлайн үткәреү буйынса тәжрибә бар. Хәҙер беҙгә күмәк халыҡты йыймай ғына, бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, мосолмандарҙың иң изге байрамын да шулай үткәреп ебәрергә кәрәк буласаҡ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Тарихта Башҡортостан Республикаһы ислам төбәге булараҡ билдәле. Шуға күрә йәмғиәттебеҙҙең социаль-мәҙәни тормошонда мосолмандарҙың иң изге байрамын байрам итеү мөһим ваҡиға булып тора.
Кеше сәләмәтлеге — ул беҙгә уны һаҡлау өсөн ышаныс менән тапшырылған Аллаһы Тәғәләнең аманаты. Нәҡ шуның өсөн хәүефһеҙлек нормаларын һаҡлап, быйылғы Ураҙа байрамын башҡаса үткәреү талап ителә. Шуға ла байрам намаҙы тура эфирҙа онлайн-трансляция рәүешендә үтәсәк. Һәр теләгән кеше саҙаҡаһын да өйҙән сыҡмай ғына кәрәкле ергә, төрлө мәрхәмәтлек программаларына ебәрә ала. Мосолмандарҙың иң изге байрамы — Ураҙа ғәйете менән барлыҡ ҡәрҙәштәремде ысын күңелдән ҡотлайым һәм иң изге теләктәремде яуҙырам. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Айнур хәҙрәт Бирғәлин,
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары
Диниә назараты рәйесе
Читайте нас: