Все новости
Байрам уңайынан
26 Мая 2020, 12:56

Хөрмәтле Көйөргәҙе районы эшҡыуарҙары!

Һеҙҙең һөнәри байрамығыҙ айҡанлы, ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ.

Һеҙҙең һөнәри байрамығыҙ айҡанлы, ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ.
Бөгөн беҙ дәртле, инициативалы, үҙҙәренең эштәрен ойоштороп, уны уңышлы үҫтерә алған, район иҡтисадында үҙ урынын тапҡан кешеләрҙе тәбрикләйбеҙ. Һеҙ, ысынлап та, бик мөһим һәм яуаплы эш менән шөғөлләнәһегеҙ, кешеләр тормошона ҙур өлөш индерәһегеҙ, социаль тотороҡлоҡто булдыраһығыҙ. Һеҙҙең был талантығыҙ һәм яңы эш урындарын асҡан, халыҡты кәрәкле тауарҙар менән тәьмин иткән хеҙмәтегеҙ оло ихтирамға лайыҡ.

Әлбиттә, бөгөнгө көндә эшҡыуарҙар еңел булмаған осорҙо үтә. Мин ышанам, был мәлдәр тиҙҙән артта ҡалыр һәм беҙҙең эшҡыуарҙар тулы көс менән эшләй башлар.
Профессионализмығыҙ һәм намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Ысын йөрәктән һеҙгә артабан да үҫешергә, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңышҡа илткән юлда көс һәм ныҡышмалылыҡ теләйем.
Юлай ИЛЬЯСОВ, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы
Читайте нас: