Все новости
Байрам уңайынан
29 Мая 2020, 12:06

БӨГӨН - ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ КӨНӨ

Хөрмәтле Күмертау ҡалаһы һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусылары!Ихлас күңелемдән барығыҙҙы ла Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡотлайым!

Хөрмәтле Күмертау ҡалаһы һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусылары!

Ихлас күңелемдән барығыҙҙы ла «Һуңғы ҡыңғырау - 2020» байрамы менән ҡотлайым! Тормошоғоҙҙа һәр ваҡыт тик уңыштар ғына юлдаш булһын! 1-се кластан башлап хыялланған, тәрән аҡылығыҙ менән һайлаған һөнәри-техник, махсус урта һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инегеҙ! 11-селәргә БДИ-ла уңыштар, ата-әсәләргә түҙемлек, ғаилә бәхете, балаларығыҙға һәр ваҡыт терәк булыуығыҙҙы теләйем! Эйе, дистанцион белем алыу ауырыраҡ булды, шулай ҙа алдығыҙға ҡуйған маҡсатҡа ярашлы тырышып уҡынығыҙ, белем алдығыҙ! 2019-2020 уҡыу йылдарын тик яҡшы билдәләргә генә тамамларға насип булһын!

Ихтирам менән 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Флүзә Шәкүр ҡыҙы Юламанова
Читайте нас: