Все новости
Байрам уңайынан
29 Мая 2020, 17:00

Китап – ҡанатлы ул

Китапҡа һөйөү булмышҡа бәләкәйҙән һалына.

...Китапҡа һөйөү булмышҡа бәләкәйҙән һалына. Әҙәби әҫәрҙәр уҡып, ыңғай геройҙар кеүек булырға тырышыу, уларҙағы яҡшы сифаттарҙы үҙеңдә лә тәрбиәләргә ынтылыу иң мөһиме һанала. Илһөйәрлек, бөтә эшкә яуаплылыҡ атай-әсәй, олатай-өләсәйҙән генә түгел, классик әҫәрҙәр йоғонтоһонан да һалына. Бөгөн йәштәр китап уҡымай, гәзит-журнал алдырмай тип хафаланыу урынлы. Ҡайһы саҡта егет-ҡыҙҙарҙы туҡтатып, билдәле шағир, яҙыусыларҙың исем-шәрифен һәм ниндәй әҫәрҙәр ижад иткәнлеген белешәбеҙ. Йәштәр ябай ғына һорауға ла яуап бирә алмай, юғалып ҡала. Ер нуры ҡояш булһа, кеше нуры ғилем бит. Китап – белем шишмәһе. Был һүҙҙәр бик дөрөҫ. Замана технологиялары күпме генә алға китмәһен, электрон китаптар тәҡдим ителмәһен, барыбер китапты ҡулыңа алып, уға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып, уйланып уҡыуға бер ни етмәй!” - ти өлкән быуын кешеләре һәм мин үҙем дә шулай уйлайым.
Китапханасы һөнәре йәмғиәттә иң талап ителгәндәрҙең береһе булып ҡала. Бөтә Рәсәй китапханалар көнө ул китап эше белгестәре, библиографтар, китапханасылар, уҡытыусыларҙың ғына түгел, ә китап һөйөүселәрҙең дә байрамы.

Гөлшат ИСЛАМҒОЛОВА, Яҡшымбәт ауылы мәктәбе китапханасыһы
Тулы материалды "Юшатыр"ҙың 43-сө һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: