Все новости
Байрам уңайынан
1 Июня 2020, 10:00

Балаларҙы яҡлау көнө менән!

Ҡалабыҙҙың ҡәҙерле йәш быуыны һәм ата-әсәләр!Йәйҙең тәүге көнөндә бөтә донъяға киң таралған матур байрам – Халыҡ- ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә...

Ҡалабыҙҙың ҡәҙерле йәш быуыны һәм ата-әсәләр!
Йәйҙең тәүге көнөндә бөтә донъяға киң таралған матур байрам – Халыҡ- ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Был йәмғиәтселектә миһырбанлыҡ, ғәҙеллек сифаттарын үҫтереү һәм имен йәмғиәт төҙөү өсөн нигеҙ булған киләсәк быуын – балаларҙың хоҡуҡтарын ихтирам итеү һәм яҡлау мөһим икәнен күрһәтеү маҡсаты менән булдырылған махсус көн. Байрам көндө балиғ булмағандарҙы һуғыш хәүефенән яҡлауға, физик һәм рухи-әхлаҡи сәләмәтлектәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үтә.
Ҡыуаныс-бәхеткә тулы бала саҡтан да матур мәл юҡ. Бала саҡ ваҡытын бәхет-шатлыҡҡа күмеү һәр ғаиләнең, дәүләттең, йәмғиәттең бурысы. Балаларҙы хәстәрләп, һөйөү менән уратығыҙ, күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ, яуызлыҡ-насарлыҡтан һаҡлағыҙ. Шул саҡта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар! Уларға күрһәтелгән хәстәр иғтибар һәм наҙлы хистәр киләсәктә ата-әсәгә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡҡа һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыры һис шикһеҙ.
Ҡәҙерле һәм һөйөклө балалар! Ысын күңелдән һеҙҙе Халыҡ- ара балаларҙы яҡлау көнө менән тәбрик итәм! Һәр көнөгөҙ бәхеткә тулы булһын!

О.Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы
Читайте нас: