Все новости
Байрам уңайынан
1 Июня 2020, 09:00

БАЙРАМ МЕНӘН!

Ҡәҙерле Көйөргәҙе районы балалары һәм хөрмәтле ата-әсәйҙәр!Һеҙҙе халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡайнар ҡотлайым!#1июня #деньзащитыдетей

Ҡәҙерле Көйөргәҙе районы балалары һәм хөрмәтле ата-әсәйҙәр!
Һеҙҙе халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Бала саҡ ул ҡабатланмаҫ, ҡәҙерле булған мәл, ә бәләкәйҙән алған һабаҡтар ғүмер буйына иҫтә ҡалалар. Был донъяға балалар эскерһеҙ, ихлас, саф күңелле, яҡшы һәм талантлы булып киләләр. Улар – беҙҙең дауамыбыҙ, яҡты өмөтөбөҙ һәм киләсәгебеҙ.
Айырыуса уҡыуҙа, спортта, ижадта юғары һөҙөмтәләргә ирешкән балаларға, шулай уҡ, мөхәббәт һәм шатлыҡта бала тәрбиәләп үҫтергән ғаиләләргә рәхмәтемде белдерәм. Юғары әхлаҡ, бурыс һәм яуаплылыҡ хистәре нигеҙе тап шундай ғаиләлә һалына. Һәм иң яҡын булған атай һәм әсәй генә сабыйға бәхетле бала саҡ бүләк итә ала.
Балаларыбыҙ сәләмәт, шат күңелле һәм бәхетле булып үҫһен, үҙ уңыштары менән беҙҙе ҡыуандырып ҡына тороуҙарын теләйем. Тыныс, ҡояшлы, бәхетле бала саҡ һеҙгә, бәләкәс көйөргәҙеләр!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ, Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы
Читайте нас: