Все новости
Байрам уңайынан
2 Июня 2020, 16:00

Дәрт, илһам өҫтәлһен

Һәр ата-әсәгә үҙ балаһы иң ғәзизе, иң ҡәҙерлеһе. Тәпәй баҫып киткәс тә юлында тик изге күңелле кешеләр генә осраһын инде тип, көн дә доға ҡабатлайһың.

Һәр ата-әсәгә үҙ балаһы иң ғәзизе, иң ҡәҙерлеһе. Тәпәй баҫып киткәс тә юлында тик изге күңелле кешеләр генә осраһын инде тип, көн дә доға ҡабатлайһың. Яңы ғына ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы балалар баҡсаһына йөрөргә өйрәтә башлағандан әллә ни күп ваҡыт үтмәгән дә кеүек ине... Күпме шатлыҡлы ваҡиғалар кисерҙек, матур-матур сараларҙа ҡатнаштыҡ... Ә хәҙер яратҡан тәрбиәселәребеҙ менән һаубуллашыр мәл дә етте. Баланы тәрбиәләүҙә, уның шәхес булараҡ үҫешендә балалар баҡсаһы, ундағы тәрбиәселәр ҙур роль уйнай. Был йәһәттән беҙ бик бәхетле!
Беҙҙең сабыйҙар ҡалабыҙҙың иң матур балалар баҡсаһының береһе - "Айгөл" баҡсаһында тәрбиәләнде. Был баҡсала иң уңған, иң яғымлы, иң матур, үҙ һөнәрен яратҡан хеҙмәткәрҙәр эшләй тиһәк, һис арттырыу булмаҫ...
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 44-се һанында.
Читайте нас: