Балалар баҡсаһында эшләгән педагогтар – үҙ эшенең профессионал белгестәре, бала тәрбиәләү һәм уҡытыу эшенә бөтә көстәрен, йөрәген биреүселәр. Улар өсөн педагогика - һөнәр түгел, ә йәшәү рәүеше. Әсә кеше бер балаһын тәрбиәләһә, педагогтарға тиҫтәләгән балаларҙы күҙ уңында тотор кәрәк. Шуғалыр ҙа тәрбиәсе тыумыштан педагог булып тыуалыр. Сөнки баҡсаға тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан сабыйға, уның күңеленә асҡыс табып, ҡалаҡ тотоп ашарға өйрәтеүҙән башлап, мәктәпкәсә белемде: һанау, яҙыу, уҡыу ысулдарын төшөндөрөү төп бурыс булып тора. Тап балалар баҡсаһында алған тәрбиә уның киләсәк тормошона нигеҙ һала.
Беҙҙең Яңы Мораптал ауылындағы «Алһыу» балалар баҡсаһында ла осраҡлы кешеләр юҡ. Юғарыла әйтелгәнсә, бында эшләгән бөтә коллектив – ысын педагогтар, ижади кешеләр, балаларҙы ярата һәм аңлайҙар. Улар үҙ эштәрендә, балаларҙы тәрбиәләү, уҡытыу буйынса яңыса технологиялар, алымдар керетәләр һәм ҡулланалар. Һәр баланың йөрәгенә шатлыҡ һәм ҡыуаныс, мөхәббәт һәм сафлыҡ, наҙ һәм хәстәрлек, йәм индерәләр...