Все новости
Байрам уңайынан
8 Июня 2020, 09:00

8 ИЮНЬ – СОЦИАЛЬ ХЕҘМӘТКӘРҘӘР КӨНӨ

Районыбыҙҙың хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәре!Һеҙҙе профессиональ байрамығыҙ – социаль эшселәр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!#Деньсоциальногоработника #КуюргазинскийРайон

Районыбыҙҙың хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе профессиональ байрамығыҙ – социаль эшселәр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Был байрамда беҙ, үҙҙәрен кешелекле һәм изге эшкә бағышлаған хеҙмәтселәрҙе тәбрикләйбеҙ. Социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ ярҙамға мохтаждар янында. Һеҙҙең эшегеҙ, көндәлек хәстәрегеҙ өлкәндәргә, балаларға, зәғиф булғандарға, тормошта ауыр хәлгә тарығандарға бик тә кәрәк.
Һеҙҙең хәстәрлек һәм эшегеҙ бөгөн, коронавирус инфекцияһы таралыу ваҡытында айырыуса беленә. Күптәрегеҙ волонтерҙар рәтенә баҫып, өлкән быуын һәм мохтаж кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙаһығыҙ. Һеҙ опекалағыларға ҡурсаланғанлыҡ хисе, киләһе көнгә ышаныс бүләк итәһегеҙ, тормош ҡыуанысын ҡайтараһығыҙ. Еңел булмаған эшегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ, профессиональ һәм кешелекле бурысығыҙ, кешеләргә ҡарата рәхимле һәм мөхәббәтле булғанығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оптимизм, бөтмәҫ көс һәм дәрт, бәрәкәт теләйем! Бәхетле булығыҙ, изге эштәрегеҙҙә уңыштар!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы
Читайте нас: