Все новости
Байрам уңайынан
8 Июня 2020, 10:00

Байрам менән!

Ҡәҙерле социаль хеҙмәткәрҙәр!Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!#Деньсоциальногоработника #г.Кумертау

Ҡәҙерле социаль хеҙмәткәрҙәр!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!
Бөтә йәмғиәт өсөн әһәмиәтле был байрам беҙҙең тормошҡа ныҡлы кергән. Ул изгелек һәм миһырбанлыҡ көнөнә әүерелде. Ҡалабыҙҙың был кәрәкле өлкәһендә хеҙмәт иткәндәр изге дәүләт эшенә әһәмиәтле өлөш индерә, үҙҙәренең мөһим миссияһын оло яуаплылыҡ тойғоһо менән башҡара.
Һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙ өлкән кешеләргә, ветерандарға һәм инвалидтарға ярҙам күрһәтеүгә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлауға, күп балалы ғаиләләрҙе хәстәрләүгә йүнәлтелгән. Ярҙамға мохтаж булғандарға ваҡытында булышлыҡ күрһәтеп, изгелек, хәстәрлек, иғтибарлы булғанығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Үҙ профессиональ бурысығыҙҙы киләсәктә лә лайыҡлы үтәрһегеҙ, тип ышанам.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
О.Ю. ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы
Читайте нас: