Мәҫәлән, баҙға төшөү, ҡыйыҡҡа менеү кеүек. Өйҙәге тейешле эштәрҙе эшләүҙән тыш, дарыуын да, магазиндан кәрәк-ярағын да һатып алып барам. Күңелдәрен өйкәгән проблемалары менән уртаҡлашһалар, йыуатырға тырышам. Тормош тәжрибәләре күп булған оло йәштәгеләрҙән үҙем дә күп нимәгә өйрәнәм. Уларҙың аҡыллы кәңәштәрен тыңлайым да, бик дөрөҫ һүҙҙәр тип, һығымта яһап ҡуям. Улар ҙа минән йәштәрсә кәңәш һорайҙар. Килешә белһәң, эшләп була. Шулай бер-беребеҙҙе аңлап, ярҙам итеп йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ. Хәҙерге әбейҙәрҙең күбеһе заман менән бергә атлай. Кеҫә телефонында һөйләшәләр, хатта интернетта ла ултыралар, - ти Сәриә Сәғҙәт ҡыҙы.