Все новости
Байрам уңайынан
14 Июня 2020, 09:00

14 ИЮНЬ - БР МАТБУҒАТ ҺӘМ КИҢ МӘҒЛҮМӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

Хөрмәтле журналистар, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре!Һеҙҙе 14 июнь – Башҡортостандың баҫма һәм мәғлүмәт эшселәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Хөрмәтле журналистар, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе 14 июнь – Башҡортостандың баҫма һәм мәғлүмәт эшселәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым! Хәҙерге тормошто киң мәғлүмәт сараларынан, матбуғат һәм электрон баҫмаларһыҙ, телевидение, радио, Интернет һәм башҡа коммуникация бәйләнештәренән, ә иң мөһиме, мәғлүмәт киңлектәрен сифатлы һәм үҙ ваҡытында әҙерләнгән яңылыҡтар менән тәьмин итеүсе хеҙмәтселәрҙән, журналистарҙан башҡа күҙ алдына ла килтеп булмай. Нәҡ һеҙ хакимиәт һәм йәмғиәт араһындағы даими ҡыҙыҡлы әңгәмә, граждандар аралашыу шарттарын булдырыусы, актив һәм вайымлыларҙы ҡыҙыҡһындырып һәм берләштереп тороусылар, аңлатыу һәм мәғрифәтселектең ҙур эшен алып барыусылар. Һеҙгә ышаналар, һеҙҙең һүҙҙе иғтибарға алалар, тимәк хөрмәт итәләр, ҡәҙерләйҙәр.
Беҙҙең райондың мәғлүмәт алдынғылары, райондың «Куюргаза» һәм район-ара «Юшатыр» гәзиттәре үҙҙәренең йәшәү көсөн күрһәтте. Улар даими уҡыусылар ихтирамын һәм мөхәббәтен лайыҡлы яулағандар. Был баҫмалар киң билдәле генә түгел, улар районыбыҙ менән бергә үҫә, шатлыҡтарҙы һәм ҡайғыларҙы бергә бүлешә, уның тормошон һәр яҡлап асығыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеп сағылдыра. Тыуған районыбыҙ мәнфәғәте өсөн конструктив аралашыуыбыҙ һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлегебеҙ дауам итер, тип ышанам.
Хөрмәтле журналистар! Барлыҡ изге башланғыстарҙа уңыштар, бар эштәрегеҙҙә илһамланыу юлдаш булһын. Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар, сағыу ижади эштәр, ҙур тираждар, юғары рейтингтар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы
Читайте нас: