Все новости
Байрам уңайынан
21 Июня 2020, 10:30

Ҡәҙерле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ уңайынан ихлас ҡотлайым!#СДнемМедицинскогоРаботника #СпасибоВрачам

Ҡәҙерле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ уңайынан ихлас ҡотлайым!
Кешеләрҙе дауалау, һаулығын нығытыу, хәлен еңеләйтеүҙән мөһимерәк эште күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте һәр саҡ оло ихтирамға лайыҡ. Һеҙҙең һөнәрегеҙ - иң изге, иң яуаплы һәм абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе. Гиппократ антына тоғро ҡалып, кешеләргә иң ауыр минуттарҙа ярҙамға киләһегеҙ, кеше һаулығына, ғүмеренә янаған ҡурҡыныс бөтһөн өсөн, ҡулығыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйһегеҙ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙ эшенә тоғро кешеләр генә эшләй, улар киң күңеллеләр, сабырҙар.
Һөнәри оҫталығығыҙ һәм эшмәкәрлегегеҙ, һиҙгер йөрәгегеҙ һәм шифалы ҡулдарығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм. Сәләмәтлек, именлек һәм кешеләрҙең бәхете, ғүмере хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем.

О.Ю. ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы
Читайте нас: