Райондың хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары!
Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Был көндө, кешеләргә ғүмер һаҡлап ҡалған, ауырыу-һыҙланыуҙы еңеп сығырға ярҙам иткән врач, фельдшер, медсестра, «Тиҙ ярҙам» хеҙмәте эшселәренә – бөтәһенә лә был ҡатмарлы заманаларҙа ауырыуса ҙур рәхмәт әйтәм. Медицина хеҙмәткәрҙәренең оло яуаплылыҡ талап итеүсе изге хеҙмәте һәр ваҡытта ла оло хөрмәткә һәм почетҡа эйә булды. Хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ, йылы һүҙегеҙ һәм иғтибарлығығыҙ менән һеҙ кешеләргә һәр төрлө ауырыуҙарҙан һауығырға ярҙам итәһегеҙ. Һеҙҙең эшегеҙ ауыр булһа ла, профессияғыҙ бик кәрәкле һәм изгелекле! Һеҙгә профессиональ яңы үрҙәр, хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдереүҙәр һәм ихтирам, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға именлек һәм бәхет теләйем. Киләсәктә лә һеҙгә уңыштарға өлгәшергә яҙһын!