- Физик яҡтан арымайбыҙ, психологик яҡтан ҡыйыныраҡтыр ул. Минең ҡул аҫтында 60 кеше эшләй, Ермолаево дауаханаһында бөтәһе 120 медицина персоналы. Ҡыҙҙарымдың хәлен эш буйынса ғына түгел, төрлө йәһәттән белергә тырышам, эшкә был ныҡ ярҙам итә. Кемдең йортонда, шәхси тормошонда ниндәй проблемаһы бар, барыһын да миңә һөйләйҙәр, шулай, үҙ-ара ышаныс һәм бер-береңде аңлау булмаһа, был эштә эшләп булмай. Мине ҡыҙҙар «әсәй» тип йөрөтә.