Все новости
Байрам уңайынан
9 Августа 2020, 11:45

Һеҙ беҙгә бик кәрәк

Төҙөлөш тармағының хөрмəтле эшсəндəре һəм ветерандары! Ысын күңелдəн һеҙҙе профессиональ байрамығыҙ – Төҙөүселəр көнө менəн ҡайнар ҡотлайым! Төҙөүсе эше һəр кемдең тормошона ҡағыла, шуға ла һеҙҙең хеҙмəтегеҙ бик мөһим. Кəрəк булған төҙөлөш объекттарын булдырып, һеҙ йəшəүҙе яҡшыртаһығыҙ, кеше тормошона ҡыуаныстар бүлəк итəһегеҙ. Изге эшегеҙ өсөн оло рəхмəттəр белдерəм.

Һеҙ проектлаған, төҙөгəн, барлыҡҡа килтергəн төҙөлөш ҡоролмалары йылдар дауамында халыҡты ҡыуандырып хеҙмəт итһен. Һөнəри тəжрибəгеҙ, яуаплылығыҙ һəм эшегеҙгə тоғро булыуығыҙ районыбыҙҙы йылдан-йыл яҡшыртыуына һəм матурлауына алып килһен! Эшегеҙҙə уңыштар: яҡшы заказдар, ҡыҙыҡлы төҙөлөш объекттары, ышаныслы партнерҙар булыуын, шулай уҡ һеҙгə һəм яҡындарығыҙға ныҡлы сəлəмəтлек, бəрəкəт телəйем!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ, Көйөргəҙе районы муниципаль район Хакимиəте башлығы
Читайте нас: