Хөрмәтле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, оло быуын вәкилдәре!
Кешелектең тәрән мәғәнәлелек һәм гражданлыҡ камиллығы символы булған көҙгө байрамда һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәремде еткергем килә.
Беҙҙең район ветерандарының яҙмыштары тулыһынса дәүләтебеҙ тарихын сағылдыра. Тап бына Һеҙ - оло быуын вәкилдәре хәрби һәм хеҙмәт батырлығына ирешкәнһегеҙ, илебеҙгә яҡшы йолалар булдырғанһығыҙ. Һеҙҙең күптәрегеҙ бөгөн дә Көйөргәҙе районы үҫешенә тырышып, баһалап бөткөһөҙ үҙ өлөшөн индерә, әүҙем тормош алып бара.
Ҡәҙерле ветерандар! Һеҙҙең тормош батырлығығыҙ, хеҙмәтегеҙ, ауылығыҙҙы һәм районыбыҙҙы үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөгөҙ өсөн оло рәхмәттәремде еткерәм. Беҙ һеҙҙе һәм һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙҙе ныҡ хөрмәт итәбеҙ. Һеҙ бар тормошоғоҙ, йәшәү рәүешегеҙ һәм күркәм хеҙмәтегеҙ менән лайыҡлы дан, хөрмәт һәм ихтирам яуланығыҙ.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың күңел йылыһын тойоп йәшәүегеҙҙе һәм оҙон ғүмер теләйем!