Хөрмәтле күмертауҙар, оло быуын вәкилдәре!
Һеҙҙе Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым!
Ҡала округы, республика һәм Ватаныбыҙҙың өлгәшкән барлыҡ уңыштарында Һеҙҙең хеҙмәт өлөшөгөҙ бик ҙур. Илебеҙ тарихының ауыр осорҙарында һеҙ ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәттегеҙ. Бөйөк Ватан һуғышының ғәрәсәтле йылдарында оло быуын дәүләтебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон һәм иркен һаҡлап, яҡлап, яуҙа батырҙарса алышты. Һуғыштан һуң илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырҙы, Йыһанды үҙләштереүҙә өлгәшкән ҡаҙаныштар, фән, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм башҡа социаль өлкә тармаҡтарындағы яңы асыштары менән Ватаныбыҙҙы бар донъяға танытты.
Хөрмәтле ветерандар! Һеҙ бөгөн дә йәштәргә илһөйәрлек һәм интернационализм өлгөһө күрһәтәһегеҙ, үҙегеҙҙең бай тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашаһығыҙ. Бының өсөн һеҙгә оло рәхмәттәремде белдерәм, алдығыҙҙа ихтирам менән баш эйәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм оҙаҡ йылдарға бәхетле тормош теләйем!