Все новости
Байрам уңайынан
1 Октября 2020, 11:41

Хөрмәтле һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ветерандары!

Һеҙҙе ысын күңелдән Ололар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Һеҙҙе ысын күңелдән Ололар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Һеҙҙең башҡарған хеҙмәтегеҙ оло яуаплылыҡлы булды. Тормоштағы ауыр минуттарҙа һәр кемгә ярҙамға килеп, иртәгәһе көнгә өмөт уятып, үҙ һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып, профессиональ башҡарҙығыҙ. Һеҙҙең ҡотҡарған ғүмерҙәр, алтын ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур ихтирам яулай. Ҡылған изге эштәрегеҙ үҙегеҙгә ҡыуаныс булып меңләтә әйләнеп ҡайтһын!
Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныслыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, уларға терәк булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә Хоҙай насип итһен һеҙгә, хөрмәтле ветерандарыбыҙ!
Иң изге теләктәр менән Ермолаево ауылындағы үҙәк дауахана коллективы.
Читайте нас: