Все новости
Байрам уңайынан
1 Октября 2020, 12:13

Олоғайыу - үҙе бәхет!

Барлыҡ булған ололарҙы байрам менән ҡотлағым килә.

Йыл артынан йыл үтә. Йәш алға барған һайын олоғайыуҙы белгертә. Байтаҡ йылдар хөкүмәтебеҙ Ололар көнөн билдәләп үтә әлбиттә, ә эш урындары юҡ булыу сәбәпле бүләктәр көтөлмәй. Шулай ҙа иҫкә алып "сәй" табындары булдырыла ине. Шуға ла рәхмәтлебеҙ. Ғәҙәтләнеп киткәс, Ололар көнө етә тип көтөп йөрөйбөҙ. Оло кешегә күп кәрәкмәй, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр тәбрик итһә лә күңелебеҙ була. Быйыл инде яман сир ҡурҡынысы янай, шуға ололар йыйылыша алмайҙар. "Ололарҙың һүҙе, аҡылдың үҙе" тиҙәр. Ошо һүҙгә ҡағылышлы барлыҡ булған ололарҙы байрам менән ҡотлағым килә. Тормошта ҡыуаныс-шатлыҡтар, оло бәхет, сәләмәтлек, татыулыҡ, илгә тыныслыҡ теләргә ҡала. Тормош гел ал да-гөл булып тормай. Ауырыуҙар ҙа, һынауҙар ҙа килеп сыға. Еңеп йәшәйек. Ауырыуҙар, ауырлыҡтар урап китһен. Үткәнде иҫкә төшөрөп, йәшерәк саҡта яҙған бер ҡыҙыҡ та, мәҙәк тә бер шиғырымды тәҡдим итәм. Ололар көнө менән бар булған өлкән кешеләрҙе ҡотлайым!
Олоғайһам да бейеп китәм
Мин "әпипә" көйөнә,
Йәш сағымда инәйҙәрҙең
Бейегәне килеп төштө иҫемә.
Кисен урамға сыҡһалар,
Бейей инеләр таҡмаҡҡа.
Шулай күңел астылар,
Бирешмәнеләр юҡлыҡҡа.
Кейем кеймәнеләр ебәктән,
Булманы ялтыр туфлиҙар,
Уйын-көлкө, йыр-бейеү
Күтәренке булды күңелдәр.
Ҡарты-йәше күңел асты
Йырлап халыҡ йырҙарын,
Эштән дә йырлап ҡайттылар
Яңғыратып ялан-ҡырҙарын.
Ауылда скрипка тауышы ла
Ишетелде һирәкләп,
Саратский гармунға ла
Бейенеләр күмәкләп.
Онотмайыҡ бейеүҙәрҙе,
Күңелде асһын йыр-моңдар,
Халҡыбыҙҙың моңло йыры
Мәңге яңғырап торһондар.
Оло кешенең күңеле
Һыуға һыуһаған гөлдәй,
Хәтерҙәрен ҡалдырмағыҙ,
Була ҡояш һүнгәндәй.
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА
Айсыуаҡ ауылы
Читайте нас: