Все новости
Байрам уңайынан
5 Октября 2020, 09:00

5 ОКТЯБРЬ - УҠЫТЫУСЫЛАР КӨНӨ!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Уҡытыусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Хөрмәтле уҡытыусылар, белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, педагогик хеҙмәт ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Уҡытыусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым.
Кешенең, ғаиләнең һәм йәмғиәттең көсө - белемдә. Белем донъяһына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы һәр заманда ла беҙҙә тап бына уҡытыусы уятҡан. Бер ниндәй ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, педагогтар, белем һәм мәғрифәтлелек сығанағы булараҡ, халыҡта юғары әхлаҡлылыҡ тәрбиәләгән.
Бөгөн дә уҡытыусыларыбыҙ республикабыҙҙың лайыҡлы граждандарын тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға лайыҡлы өлөш индерә, үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Кадрҙар, фәнни-методик потенциал, мәғлүмәти, матди-техник база район мәғариф системаһына сифат яғынан яңы бейеклектәргә күтәрелеү мөмкинлеге бирә.
Балалар менән эшләгән, уларҙы белем донъяһына алып ингән, рухи камиллыҡҡа әйҙәгән барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәттәремде еткерәм.
Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ижади асыштар, оптимизм, үҙегеҙгә, уҡыусыларығыҙға ышаныс, аҡыллылыҡ һәм түҙемлек теләйем.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығы
Читайте нас: