Все новости
Байрам уңайынан
5 Октября 2020, 09:30

БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН!

Беҙгә белем донъяһына юл асҡан, тормош юлын һайлауға ярҙам иткән рухи ҡиммәттәр менән таныштырған, кешеләрҙе яратырға, мәрхәмәтлелеккә өйрәткән уҡытыусыларыбыҙ хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәк түрендә ҡәҙерләп һаҡлана.

Хөрмәтле уҡытыусылар, мәғариф ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Уҡытыусылар көнө айҡанлы, ихлас тәрбиәләйем!
Уҡытыусы эше кешенән ҙур көс һәм һәләт талап итә. Уның хеҙмәте алды-ялды белмәй, һәм ул оло ихтирамға лайыҡ. Ни өсөн тигәндә уҡытыу-тәрбиә эше сабырлыҡ һәм даими һөнәри камиллыҡ талап итә.
Беҙгә белем донъяһына юл асҡан, тормош юлын һайлауға ярҙам иткән рухи ҡиммәттәр менән таныштырған, кешеләрҙе яратырға, мәрхәмәтлелеккә өйрәткән уҡытыусыларыбыҙ хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәк түрендә ҡәҙерләп һаҡлана.
Уҡытыусының йәмғиәт тормошонда тотҡан урыны оло баһаға лайыҡ: илебеҙҙең киләсәге, бөйөклөгө, ҡеүәте һеҙҙең ҡулдарҙа. Мөғәллим өсөн уҡыусыларының уңышынан да ҙур бәхет юҡтыр ул. Беҙ һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, үҙ һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып, ышаныслы киләсәк тәрбиәләүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ.
Ҡәҙерле уҡытыусылар, ихлас күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, сабырлыҡ һәм оптимизм, еңелдән булмаған хеҙмәтегеҙҙә яңы уңыштар, яңы ижади үрҙәр яулауығыҙҙы теләйем.
О.Ю. ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы
Читайте нас: