Все новости
Байрам уңайынан
5 Октября 2020, 21:00

Уҡытыусыларыма оло рәхмәтем

Беренсе ҡыңғырау сыңлап, үҙенең балаларын уҡырға саҡырҙы. Быйыл яҙ мәктәп ҡыңғырауы һуңғы тапҡыр сыңланы беҙгә.

Беренсе ҡыңғырау сыңлап, үҙенең балаларын уҡырға саҡырҙы. Быйыл яҙ мәктәп ҡыңғырауы һуңғы тапҡыр сыңланы беҙгә.
Беҙҙең өсөн янып-көйөп торған уҡытыусылар hәм мәктәп йылдары артта ҡалды. Мәктәп беҙҙе ҙур сәйәхәткә оҙатты, хәҙер инде беҙ бер баҫҡысҡа өҫкә күтәрелдек.Имтихандарыбыҙҙы биреп, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа осоп сығып киттек. Хәҙер инде hәр беребеҙҙең үҙ яҙмышы.
Октябрь айында уҙғарылған Уҡытыусылар байрамы ла яҡынлашып килә. Мин үҙемдең яратҡан Мораптал мәктәбенең уҡытыусыларын матур байрамдары менән ҡайнар ҡотлайым. Уларға бик ауыр эштәрендә сабырлыҡ юлдаш булhын, йән тыныслығы ташламаhын, уларға иҫәнлек - hаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә тик уңыштар ғына теләйем.
Ләйсән СӘЙФУЛЛИНА
Читайте нас: