Все новости
Байрам уңайынан
11 Октября 2020, 14:00

1990 йылдар башында РСФСР киңлектәрендә үҙгәрештәр башланғас, Башҡортостан республкаһы барлыҡҡа килде.

Шул осорҙан телгә, мәҙәниәткә ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе.

Хөрмәтле яҡташтар, ватандаштар!
1990 йылдар башында РСФСР киңлектәрендә үҙгәрештәр башланғас, Башҡортостан республкаһы барлыҡҡа килде. Шул осорҙан телгә, мәҙәниәткә ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Иң ҙур емештәр: ауылдарға газ үтте, халыҡтың көнкүреше яҡшырҙы, “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» һымаҡ халыҡ байрамдары кешенең рухын күтәрҙе, аңын нығытты. Беҙ ҙә, "Тере шишмәләр" ойошмаһы, был изге эштәргә ҡулдан килгәнсә, өлөшөбөҙҙө кереттек. Артабан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, ҙур өмөттәр менән йәшәйек. Мин һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлайым. Ғаиләләрегеҙгә, яҡындарығыҙға именлек, уңыштар теләйем.

Спартак Хөсәйенов, 1 –се Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты,
Яңы Таймаҫ ауылы
Читайте нас: