Все новости
Байрам уңайынан
11 Октября 2020, 12:30

Башҡортостан

Башҡорт иле - тарихҡа байАтай-бабай – тарихсы,Быуындан быуынға еткереүУларҙың төп бурысы.

Башҡортостан - тыуған илем
Башҡорт булып тыуғанмын,
Динем минең - мосолман
Исламға мин баҡҡанмын!
Башҡорт иле - тарихҡа бай
Атай-бабай – тарихсы,
Быуындан быуынға еткереү
Уларҙың төп бурысы.
Милләтемде берләштергән
Мөхәббәт - Урал тауҙары,
Халҡымдың, данлы улы
Легендар - Урал батыры.
Халҡы өсөн ирек яулап
Яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшкән,
Был тарихты кисергәндәр
Ун биш быуат элек теркәгән.
Борон-борондан йырланған
"Уралым"халыҡ йыры,
Оҙон көйҙө йырлағандар
Ҡулдарында булған ҡурайы.
Дауам итә "Уралымды"
Башҡортомдоң улдары,
Бөтә ғалләмгә тарала
Егеттәрҙең дандары.
Бөтә донъяға таралған
Байығы бар илемдең,
Сәхнәләрҙе дер һелкетеп
Бейей улар еңелдән.
Өҙә баҫа егеттәре,
Күҙ эйәрмәй ҡыҙҙарға.
Осоп ҡына йөрөр ине
Ҡанаттар юҡ осорға.
Сәхнә һандуғастары ла
Бик күп улар беҙҙә,
Данлы йырсы Фәриҙәгә лә
Алмашҡа йәштәр үҫә.
Ихлас ҡына уҡыйым
Зәйнәп апай яҙғанын,
Ноғман ағай Мусиндың
Яратам "Мәңгелек урманын".
Ҡурайсыларға бик бай
Дан алган Ғәйнетдиндәре,
Ҡурай моңонда йәшәйбеҙ
Юҡтыр шуға тиңдәре.

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА
Айсыуаҡ ауылы
Читайте нас: