Все новости
Байрам уңайынан
11 Октября 2020, 20:00

Моңло ҡурайым

Ринат Хәйбуллин

(Йыр)

Тыуған илкәйем,
Ғәзиз еркәйем
Уят хистәрҙе
Моңло ҡурайым.
ҡушымта:
Урмандар шауын
Ҡоштар һайрауын,
Тыуған телемде
Данла ҡурайым.
Өҫтә мөхәббәт
Йәшәрт бар ерҙе
Данла илемде,
Балдай телемде.
Илгә тыныслыҡ,
Ерҙә татыулыҡ
Бәхет һәм шатлыҡ
Өҫтә ҡурайым.
Ринат Хәйбуллин
Читайте нас: