Все новости
Байрам уңайынан
25 Октября 2020, 12:00

25 ОКТЯБРЬ - Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!Һөнәри байрамығыҙ уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!

Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һөнәри байрамығыҙ уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Беҙҙең тормош – туҡтауһыҙ хәрәкәт, беҙ бөтәбеҙ ҙә транспорт һәм юл менән бәйлебеҙ. Был байрам профессионалдарҙы һәм һәүәҫкәрҙәрҙе берләштерә. Һеҙ төрлө машиналар йөрөтәһегеҙ, шулай ҙа бөтәһе өсөн юл берәү. Бөтә автомобилистарға ла юлдарҙа үҙ-ара аңлашыусанлыҡ һәм хөрмәт, ышаныслы техника һәм уңыштар юлдаш булыуын теләйем!
Айырым рәхмәт һүҙҙәре, көн һайын пассажир йөрөтөү хеҙмәтен үтәүсе – рейс һәм мәктәп автобустары водителдәренә. Хеҙмәтегеҙгә яуаплы ҡарап, профессиональ булыуығыҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт. Техника һынатмаһын, ә юлдарҙа һәр ваҡыт уңыштар булһын!
Ю. Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығы
Читайте нас: