Все новости
Байрам уңайынан
25 Октября 2020, 17:00

Үҙ һөнәренә тоғро

“Искра” ауыл хужалығы кооперативы автопаркында ҡырҡлап водитель эшләй. Шундай һөнәр эйәләренең береһе Раил Түләков руль артында үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.#Юшатыр_гәзите #газетаЮшатыр #сДнемАвтомобилиста #автомобиль

“Искра” ауыл хужалығы кооперативы автопаркында ҡырҡлап водитель эшләй. Шундай һөнәр эйәләренең береһе Раил Түләков руль артында үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Бөгөнгө көндә ул хужалыҡтың махсус техникаһы, кран машинаһын йөрөтә. Раил Насир улы Яҡшымбәт урта мәктәбен тамамлағас, 1988 йылда Бәләбәй ауыл хужалығы техникумының механизация бүлегендә белем алып, тыуған хужалығында эш башлай. Бына 32 йыл инде һөнәренә тоғро ҡала. Хужалыҡта водитель булып эшләгән Фаил Һөйөнов, Йәмил Аҡһаров, Риф Исхаҡов, Рәсим Аҡһаров, Наил Хәсәнов, Илшат Түләков, Рафиҡ Абдрахманов, Әҡсән Хәйбуллин, Таһир Хәсәнов, Альберт Искәндәров, Шәүрәт Сәлтәшев һәм башҡа шоферҙар үҙҙәренең һөнәри бурыстарын намыҫ менән башҡара.
Рәүеф АБДУЛЛИН
Яҡшымбәт ауылы
#Юшатыр_гәзите #газетаЮшатыр #сДнемАвтомобилиста #автомобиль
Читайте нас: