Все новости
Байрам уңайынан
30 Октября 2020, 17:00

ҒӘЗИЗ ӘЛМӨХӘМӘТОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА – 125 йыл

"Йыр булып ҡайтырмын" конкурсында районыбыҙҙан барлығы туғыҙ кеше ҡатнашҡайны һәм Яҡшымбәт ауылынан Раушания Сынбулатова 2-се урын алһа, Шәбағыш ауылынан Гөлсинә Тазетдинова 3-сө урынды яуланы.#йырБулыпҠайтырмын #үлмәҫмоң #ҒәзизӘлмөхәмәтовҡа125 #хәтер #конкурс #газетаЮшатыр

Гөлсинә ТАЗЕТДИНОВА, Шәбағыш ауылы:
- Бәйгеләрҙә ҡатнашырға яратам, тик эшләп йөрөү сәбәпле, йыш ҡына ваҡыт етмәй ситтә ҡалырға тура килә. Был юлы онлайн форматта үткәнгә ҡыуанып ҡатнаштым. Шулай ҙа, бындай мәртәбәле саралар онлайн түгел, ә халыҡ алдында киңерәк үтһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.
Бәйгелә халыҡ йырын башҡарырға ине, шуғамы бик тә тулҡынландырғыс булды. Бөрйәндәр һәм башҡа райондар оҫталар, ә ниңәлер беҙҙең районда халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бик һирәк.
Раушания СЫНБУЛАТОВА, Яҡшымбәт ауылы:
- Төрлө бәйгеләрҙә йыш ҡатнашып торам. Ғ. Әлмөхәмәтовтың юбилейына арналған бәйгелә лә ҡатнаша алыуыма һөйөндөм. Унда мин һирәк башҡарылған “Ағиҙел буйында” йырын, элекке яҙмаларҙан ғына өйрәнеп башҡарҙым. Башҡа райондарҙан ҡатнашҡандар араһында көслө тауышлы конкурсанттар булды, улар араһында 2-се урын алыуыма ҡәнәғәтмен. Артабан да ошондай саралар үткәрелеп торһон һәм районыбыҙҙан да ҡатнашыусылар күберәк булһын ине, тип теләр инем.
Тулы материал 87-се һанда сыҡты.
#йырБулыпҠайтырмын #үлмәҫмоң #ҒәзизӘлмөхәмәтовҡа125 #хәтер #конкурс #газетаЮшатыр
Читайте нас: