Хөрмәтле ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре, ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!
Ауыл хужалығы районыбыҙ өсөн килем килтереү сығанағы ғына түгел, ә тормошобоҙҙо алға этәреүсе, үҫеү процессы булған фундаменталь нигеҙ ҙә. Ауыл хеҙмәтсәндәре һәр ваҡыт иң һәйбәт кешелек сифаттарына: уңғанлыҡ һәм түҙемлелеккә, тормош тәжрибәһенә һәм тырышлыҡҡа, ҡунаҡсыллыҡҡа һәм күңел йомартлығына эйә була.
Һеҙҙең намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм тыуған ерегеҙгә мөхәббәтегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде ҡабул итегеҙ.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, мөхәббәт һәм ғаилә именлеге, республикабыҙ, районыбыҙ мәнфәғәтендәге эшегеҙҙә уңыштар, яңынан-яңы асыштар теләйем.