Все новости
Байрам уңайынан
4 Ноября 2020, 17:30

Берҙәмлек көнө айҡанлы

Илшат Нәжмиев:Минең кәйефтәр Аллаға шөкөр яҡшы, байрамса. Барыбыҙҙы ла берләштереүсе был байрамды бик кәрәкле, урынлы тип иҫәпләйем.

Илшат Нәжмиев:
Минең кәйефтәр Аллаға шөкөр яҡшы, байрамса. Барыбыҙҙы ла берләштереүсе был байрамды бик кәрәкле, урынлы тип иҫәпләйем. Сөнки беҙҙең илдә, башҡа илдәр менән сағыштырғанда, төрлө милләт вәкилдәре татыу, дуҫ булып йәшәй. Беҙҙең илдә милләттәр дуҫлығы дөрөҫ алып барыла. Был закон яғынан да уйланып,ҡаралған. Районыбыҙҙа ла төрлө милләт кешеләре бик күп, улар бер-береһенең ғөрөф ғәҙәттәрен, йолаларын ихтирам итеп, онотмайынса татыу, берҙәм йәшәй. Бының өсөн районыбыҙҙа уңайлы шарттар булдырылған. Матур ғәиләләр ҡороп, мәҙәниәттәрен һаҡлап, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, һәр береһе үҙҙәренсә ҡайнап йәшәй. Төп теләгем шул, ата-бабаларының телдәрен онотмай, бала саҡтарынан тыуған телдәрендә һөйләшеп үҫһендәр, үҙҙәренең мәҙәниәттәрен һаҡлап ҡалһындар ине.
Читайте нас: