Надежда Алексеева:
Тырыш хеҙмәтебеҙҙе баһалауҙары беҙҙең өсөн бик шатлыҡлы ваҡиға. Был бүләкләүгә мин бер үҙем генә түгел, беҙҙең менән бергә эшләгән командабыҙ, балалар баҡсаһы, мәктәп хеҙмәткәрҙәре барыбыҙ ҙа лайыҡ тип һанайым. Сөнки беҙ берҙәм, гел бергә ҡайнап эшләйбеҙ. Был байрамды үткәрмәй ҡалғаныбыҙ юҡ. Гел ҙурлап, дуҫлыҡҡа бәйләп үткәрәбеҙ. Беҙҙең ауылда төрлө милләт вәкилдәре бик татыу йәшәй, хатта таджик халҡы йәшәгәне булды. Барыһының да йолаларын,уйындарын, иҫтә тоторға, белмәгәндәрен олатай-өләсәйҙәребеҙҙән һорашып, онотмаҫҡа тырышабыҙ.