Все новости
Байрам уңайынан
10 Ноября 2020, 11:14

БӨГӨН – РӘСӘЙ ЭСКЕ ЭШТӘР ОРГАНДАРЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

Хөрмәтле Көйөргәҙе районының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре, ветерандары!Профессиональ байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән иң ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле Көйөргәҙе районының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре, ветерандары!
Профессиональ байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән иң ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙе иң мөһиме һәм яуаплы эшкә - граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен, йәмәғәт тәртибен, хәүефһеҙлеген яҡлауға һәм енәйәтселек менән көрәшкә бағышлағанһығыҙ. Полиция хеҙмәте ауыр, хәүефле, әммә изге эш. Кеше ғүмере һәм яҙмышы һеҙҙең етеҙлегегеҙ һәм профессионализмығыҙҙан тора. Һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғро булып ҡалыуығыҙ өсөн һәм хеҙмәт бурысын юғары яуаплылыҡ менән башҡара белеүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ.
Ауыр хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, артабан да камиллашып, эшегеҙҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп эшләүегеҙҙе теләйбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет һеҙгә һәм һеҙҙең туғандарығыҙға.
Ю.Т. Ильясов,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы
Читайте нас: