Все новости
Байрам уңайынан
10 Ноября 2020, 11:19

БАЙРАМ МЕНӘН!

Ҡәҙерле Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!#газетаЮшатыр #байрамМенән #деньСотрудникаОргановВнгутреннихДелРФ #РәсәйЭскеЭштәр_министрлығы

Ҡәҙерле Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау – дәүләтебеҙҙең мөһим бурысы, уны уңышлы хәл итеү йәмғиәтебеҙҙҙең тотороҡлоғон, илебеҙҙең ныҡлы үҫешен, граждандарҙың тыныслығын, именлеген, хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Эске эштәр органында хеҙмәт итеү бер ҡасан да еңел булманы. Ул көндәлек тәүәкәллек, ҡыйыулыҡ, түҙемлек, үҙ эшеңә мөкиббән бирелеүҙе талап итә. Рәсәй эске эштәр министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре был сифаттарға эйә.
Һөнәри байрамдары айҡанлы, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла, ғаиләләренә сәләмәтлек, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйем.
О. Ю. ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы.
Читайте нас: