Все новости
Байрам уңайынан
10 Ноября 2020, 15:00

Полицияға ни етмәй?

- Полицияла эшләгәндәр ҡағыҙ эшенең күп булыуына ла заралана, буғай.- Эйе, уныһы айырым тема инде. Мин Совет замананында ла эшләп өлгөрҙөм, ул саҡта беҙҙең эш еңелерәк ине барыбер. Халыҡ та милицияға ыңғай ҡараны, кеше менән аралашыуы рәхәт ине.

- Полицияла эшләгәндәр ҡағыҙ эшенең күп булыуына ла заралана, буғай.
- Эйе, уныһы айырым тема инде. Мин Совет замананында ла эшләп өлгөрҙөм, ул саҡта беҙҙең эш еңелерәк ине барыбер. Халыҡ та милицияға ыңғай ҡараны, кеше менән аралашыуы рәхәт ине. Аҙаҡ кешелә полициянан ҡурҡыумы-нимә барлыҡҡа килде, хатта ҡайһы береһе күрә алмаған да һымаҡ.
- Ҡайҙан килеп сыҡты икән уныһы?
- Бынау полиция тигән исемгә үҙгәртеү ҙә алама тәҫьир иткәндер, тим. Демократия-фәлән тип, халыҡ та аҙҙы. Элек кеше итәғәтлерәк ине. Милиция - халыҡтыҡы тигән ҡалып йәшәп килә ине, формаһы ла матур ине, минеңсә. Полиция тигән исемде беҙҙең халыҡ кире мәғәнәлә аңлай кеүек. Йәнә кеҫә телефондары барлыҡҡа килеүе лә кире йоғоното яһаны, кеше улай-былай нәмә булһа, видеоға төшөрә башлай, полицияға уңға ла ярамай, һулға ла ярамай. Ҡыҫым эсендә була гел.
- Полицияла кеше туҡмауҙар ҙа була тиҙәр, булмаған ғәйепте ғәйепһеҙ кеше өҫтөнә ябыу.
Тулы материал 90-сы һанда.
Читайте нас: