"Был еңел эш, тип әйтә алмайым. Иртәнге 8-ҙән ҡара төнгә тиклем эшләйбеҙ, төнөн дежурстволарға сығабыҙ. Протокол яҙҙың да, шуның менән эш бөттө, түгел. Компьютер артында ла эшләргә тура килә, материалдар туплау, уларҙы яҙыу, ҡорал тикшереү. Кешеләрҙең дә төрлөһө була: ҡайһы берәүҙәр, сит биләмәнән булһа ла хупларға тырыша, ҡайһы берәүҙәр үҙ ауылыңдан булһа ла, аяҡ салып маташа. Күбеһе кешеләргә ярҙам итергә теләгәнде, улар яҡлы булыуымды аңлай. Миңә кешеләр менән аралашыу, ярҙам итеү оҡшай, эшемдән ҡәнәғәтлек алам. Коллективым да бик яҡшы, бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙам итеп торабыҙ. Хоҡуҡ һаҡлау буйынса профилактик эштәр алып барыу, енәйәтселекте булдырмау өсөн тырышыу. Әлеге лә баяғы бер ҡайҙа ла юғалмаған, эскелек мәсьәләһе менән көрәшеү, сөнки был бәлә гел беҙҙең аяҡ аҫтында. Эшемде еренә еткереп, намыҫлы хеҙмәт итеү - минең киләсәккә пландарым шул."