Все новости
Байрам уңайынан
17 Ноября 2020, 11:57

ҮҘ ЭШТӘРЕН ТЫРЫШЫП БАШҠАРАЛАР

Бөгөн Рәсәйҙә участковыйҙар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Профессиялары яңы булмаһа ла, айырым байрамдары яңыраҡ булдырылған икән. Бөгөнгө көндә участка вәкилдәренең башҡарған эше, хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлауҙа алдынғы урын биләй. Уларҙың төп бурысы халыҡтың хоҡуғын, тыныслығын һаҡлау, ғүмерен яҡлау. Ҡайһы бер ауылдарҙа халыҡ участковыйҙы күргәнебеҙ ҙә юҡ тип уфтанһа, ҡайһы берәүҙәр маҡтап бөтә алмай. Районыбыҙҙа нисә участковый, уларҙың эштәре нисек бара икән? Полиция майоры, район участковыйҙарының начальнигы. Руслан Рәмил улы Әҙеһәмов менән әңгәмәләштек.#учасковыйҙарКөнөменән #сДнемУчаскового #байрамдар #праздник

Айырыуса, беҙҙең командала күп йылдар эшләп, яңы эшләй башлаған йәш хеҙмәткәрҙәребеҙгә ярҙам итеп тороусы полиция капитаны Ф. Искәндәровҡа, өлкән лейтенант Д. Ғәлиевҡа, полиция майоры И. Юлдыбаевҡа, фиҙаҡәр, тырыш хеҙмәттәре өсөн Почет грамоталары менән бүләкләнгән полиция лейтинанты А. Лукашҡа, кесе лейтенант А. Үлмәҫбаевҡа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Тулы әңгәмә 92-се һанда.
#учасковыйҙарКөнөменән #сДнемУчаскового #байрамдар #праздник
Читайте нас: