Эшемде ни тиклем яратһам да, ғаиләм һәр ваҡыт беренсе урында. Тормош иптәшем Азат менән ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ, Аллаға шөкөр. Декрет ялында буш ваҡытты файҙалы үткәрергә теләк тыуыу сәбәпле, балаларға кейем тегә башланым. Дуҫ-таныштарым, коллегаларым да һорағас, уларға ла тегеп бирәм. Килем алыу өсөн дә түгел, яңы һөнәр үҙләштереү, ижади һәләтеңде ҡандырыу маҡсатындалыр ҙа, бәлки. Телевидение көнө уңайынан, барлыҡ коллегаларымды ихлас ҡотлайым! Тик яҡшы яңылыҡтар, ижади уңыштар, сәләмәтлек теләйем!