- Ә һин сит илдә цензура юҡ тиһеңме? АҠШ-тағы аҙҙаҡы президент һайлауҙары күрһәтте: Трамп әйткән һүҙҙәрҙе халыҡҡа телевидение ҡырҡып-өҙөп еткерҙе. Бына һиңә азат ил. Ғөмүмән алғанда, хәҙергә телевидение бысраҡҡа сумған. Яңылыҡтар, тәү сиратта, тегендә үлтергәндәр, бында шартлатҡандар тигәндән башлана. Ток-шоуҙар ләстит һатыу, кемделер тикшереүгә ҡорола – тотош негатив.
- Был юрамал эшләнәлер.
- Әлбиттә.
- Ә ниңә улай?
- Кеше юҡ-барға иҫе китһен дә, үҙ проблемаларын онотһон өсөн. Кешегә мәрхәмәт етмәй, беҙ ҙә, һеҙ ҙә яҡты нур таратырға тейешбеҙ. Ыңғай эмоцияларға һыуһаған халыҡҡа ошоно бирергә тейешбеҙ.