Атай-әсәйемә, өләсәйемә, эфирҙарҙы ҡалдырмай ҡарап барған тоғро тамашасыма рәхмәт. Экран ихласлылыҡты ярата. Яңы эш башлаған ыңғайы, әле лә һөйләшеүең моңло, айырылып тора, тип әйтеп ҡуялар. Күмертау ҡалаһынан тиһәм ышанмайҙар. "Ул бит рус ҡалаһы",- тиҙәр. Шул саҡ ғорурланып "мин 3-сө һанлы Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамланым" тип яуап бирәм. Уҡытыусыларыма рәхмәт. Ғаиләмдә лә башҡортса ғына һөйләшеп үҫтек. Был да бик ҙур роль уйнай. Телебеҙ бөтһә ниндәй бай тарихыбыҙ ҙа юғала. Шуға күрә ғаиләлә күберәк башҡортса һөйләшһендәр ине. Ана "Башҡорт телен үҫтереү һәм яҡлау фонды" ниндәй шәп бүләктәр уйната, (айфон 11, ноутбук, планшет) Уйындың шарттары ябай. Сайта барыһы ла яҙылған. Ҡатнашығыҙ.