Беҙҙә эшләгән һәр хәбәрсене профессионал тип әйтә алам. Бигерәк тә хәбәрселәр - ғаилә пары Рәмзиә Кәримова менән Илдар Байбулатовҡа һоҡланып ҡарайым. Айнур Кәбировтың төптән фекер йөрөтә белеүе һәм ул үҙе әҙерләп алып барған "Аҙна йомғаҡтары" тапшырыуы оҡшай. Координатор булып эшләү әлбиттә бик ҡыҙыҡлы, мәҫәлән, республикала булған хәл-ваҡиғаларҙы, иртәгәге көндә ҡайҙа, нимә буласағын һин тәүгеләрҙән булып беләһең. Икенсе яҡтан ул яуаплы эш, сөнки төрлө кешеләр, уларҙың проблемалары, яҙмыштары менән эш итергә тура килә. Бигерәк тә кеше менән берәй ҡайғы булған осраҡта һөйләшеүе, уларҙы съемкаға ризалаштырыу бик ауыр. Уларҙың ҡайғыһын үҙеңдеке кеүек ҡабул итәһең.