Ваҡиғаларҙы төшөрөү иң еңеле, бының өсөн беҙҙең тәжрибәле операторҙарыбыҙ ҙа, сәйәси хәлде аңлап, дөрөҫ баһа бирә алырҙай журналистарыбыҙ ҙа, ҡораусыларыбыҙ ҙа бар. Төшөргән, тауыш яҙҙырған, монтажлаған сюжеттарҙы үҙ аллы эфирға сығарыу - урындағы телеканалдарҙың сей яраһы. Ярай әле бының өсөн беҙгә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан 24”, Россия 1 – Вести”, “Сәләм” телеканалдары үҙ майҙандарын бирҙе. Әйткәндәй, ана шул каналдар аша октябрь башында үҙемдең тыуған ауылым Яҡуттағы “Айыҡ ауыл” бәйгеһе тураһында сюжет эшләп күрһәтә алыуыма әле лә шатланып бөтә алмайым. Яҡташтарыма аҙ ғына булһа ла ярҙамым тейгән икән, ошо үҙе шатлыҡ түгелме ни?