Все новости
Байрам уңайынан
29 Ноября 2020, 12:00

БАЙРАМ МЕНӘН!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр!Әсәйҙәр көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр!
Әсәйҙәр көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Был көн – иң яҡын һәм ҡәҙерлеләре кешеләребеҙгә – әсәйҙәребеҙгә бағышланған наҙлы байрамдарҙың береһе. Бишектәге ваҡыттан алып әсәйҙең бөйөк һәм изге мөхәббәте йылыта һәм һаҡлай беҙҙе, тормош ауырлыҡтарын еңергә көс һәм уңышҡа өлгәшеүебеҙгә ышаныс бирә. Мөһим түгел, нисә йәш булыуға ҡарамаҫтан, әсәйҙең яҡшы һүҙе, наҙлы ҡарашы, аҡыллы кәңәштәре бәләкәй балаға ла, ҙур үҫкәндәргә лә кәрәк. Әсәй көнө – һеҙгә белдергән оло хөрмәт һәм мөхәббәт билдәһе генә түгел, йәмғиәттә һеҙҙең абруйығыҙҙы күтәреү өлгөһө лә.
Һеҙ районыбыҙҙың әүҙем граждандары, әсәлек бурыстарын эштәге вазифа, йәмғиәт һәм сәйәси тормош менән берләштерәһегеҙ.
Был байрам көнөндә, айырыуса ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен герой-әсә, күп балалы, йәтим ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алыусы әсәләргә еткерәм.
Өй йылыһын һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙар, әсәләр, һеҙҙең арыу-талыуһыҙ хеҙмәтегеҙ, сикһеҙ сыҙамлылығыҙ, күңел байлығығыҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәм! Балаларығыҙ талантлы һәм ярата белгәндәр булып үҫһендәр, уларҙың иғтибары һәм хәстәрлеге һеҙҙе уратып торһон! Һеҙгә һәм һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәт һәм бәхет теләйем!
Оло хөрмәт менән Ю.Т. Ильясов,
Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: