Кисә әсәйемдең яҡты донъяларҙан китеүенә 8 йыл тулды. 20 йәшемдә йәтим ҡалдым, бар донъям ҡараңғыланды, йәшәүемдең мәғәнәһе юғалды... Үткән ваҡытты кире әйләндереп ҡайтарып, барлыҡ әйтеп өлгөрмәгән һүҙҙәремде әйтер инем һиңә, ҡәҙерлем. Мең, миллион тапҡыр яратам тип әйтер инем, гел эргәңдә генә булып, бәләкәй генә сабый бала һымаҡ итәгеңә башымды һалып, иркәләнеп ятыр инем, ә һин башымдан ипләп кенә һыйпар инең...Шул тиклем ныҡ һине юҡһынам... Мине гел аңлар инең, ярҙам итеп, аҡыллы кәңәштәр бирер инең, үҙең шул тиклем көслө булдың. Ағайым менән мине үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙың, тик ейән-ейәнсәрҙәрен яратыу бәхетен татый алмай, китеп барҙың...Әлеге көндә өс ейәнең, бер ейәнсәрең үҫеп килә...