Юшатыр
-16 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Байрам уңайынан
29 Ноября 2020, 18:00

Гүзәл әсәйҙәр

Донъяға йәм биреүсе,Күңелгә нур өҫтәүсе,Гүзәл заттар-әсәйҙәрАрттырыусы-милләтте.#әсәйҙәрКөнөМенән #байрам #ДеньМатери #газетаЮшатыр

Донъяға йәм биреүсе,
Күңелгә нур өҫтәүсе,
Гүзәл заттар-әсәйҙәр
Арттырыусы-милләтте.
Бала бағыу, уны үҫтереү
Әсәйҙәр өсөн имтихан,
"Нимә сәсhәң,шуны ураhың"
Шулай булыуы ла ихтимал.
Илебеҙҙә байтаҡ ҡына
Күп балалы әсәйҙәр,
Улар маҡтауға лайыҡ
Ала миҙал, ордендар.
Ҡатын-ҡыҙ ул бик сабыр,
Була hөйөклө-әсәй.
Яратҡан ҡатында ул,
Тағы аҡыллы – өләсәй.
Яҡшы ҡайнала була,
Өйҙә була ҙур терәк.
Ейән-ейәнсәрҙәренә
Һәр саҡ улар бик кәрәк.
Ярҙамсы ла, яҡлаусы ла
Беҙҙең әсәй, өләсәй,
Эшендә лә ул алдынғы
Гел үрнәк булып йәшәй.
Әсәй кеше утка инә
Һаҡлар өсөн балаhын,
Ташҡын hыуға ла ташлана
"Балам hыуҙа батмаhын".
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА
Айсыуаҡ ауылы
#әсәләрКөнөМенән #байрам #ДеньМатери #газетаЮшатыр
Читайте нас в