Районыбыҙҙың һәр ауылында өлгө алырлыҡ күп балалы ғаиләләр бар. Уларҙың барыһы ла балаларына яҡшы тәрбиә, төплө белем биреп, тыуған илебеҙгә лайыҡлы киләсәк үҫтереүгә көс һала.
Ҡәҙерле әсәләр, мөмкинселектән файҙаланып, һеҙгә балаларығыҙға биргән сикһеҙ һөйөү, хәстәрлек, сабырлыҡ, изге күңелегеҙ һәм йылы ҡулдарығыҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.