Все новости
Байрам уңайынан
29 Ноября 2020, 15:40

Мәңгелеккә йөрәк түрендә

Әсәкәйем мәңге йәшәр тип уйлауым, ҙур хата булған икән. Үткән ваҡытты кире ҡайтарып, һиңә әйтеп өлгөрмәгән һүҙҙәремде әйтәһе ине лә бит...#берегитеМаму #мать #әсә #самыйДорогойЧеловекнаСвете #газетаЮшатыр

Ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле, иң яҡын кешем, һөйөклө әсәйемдең беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып, яҡты донъяларҙан китеүенә 40 көн булды... Әсәкәйем мәңге йәшәр тип уйлауым, ҙур хата булған икән. Үткән ваҡытты кире ҡайтарып, һиңә әйтеп өлгөрмәгән һүҙҙәремде әйтәһе ине лә бит... Әсәй, әсәкәйем, әсәй генәм минең... Минең йылылыҡтан ташып торған донъям, хәҙер бөтөнләй үҙгәрҙе. Миңә биргән йөрәк йылыңды, сикһеҙ мөхәббәтеңде, наҙлап иркәләүеңде, аҡыллы кәңәштәреңде, йылы һүҙҙәреңде юҡһынам... Хәҙер мин өлкәнәйҙем, балалыҡтан ситләштем, сөнки миңә, башҡа "Ҡыҙым"- тип, өндәшеүсе юҡ. Яҙмышыма ҙур рәхмәтлемен, Хоҙай Тәғәлә миңә ошондай һөйөклө әсәйемде бүләк иткәне өсөн... Ауыр тупраҡтарың еңел булһын, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын Әсәкәйем... Һиң мәңгелеккә беҙҙең йөрәк түребеҙҙә һаҡланырһың.

Жанна ТУНАСОВА
Яңы Таймаҫ ауылы
#берегитеМаму #мать #әсә #самыйДорогойЧеловекнаСвете #газетаЮшатыр
Читайте нас: