Все новости
Байрам уңайынан
29 Ноября 2020, 13:00

"Әсә булыу - ҙур яуаплылыҡ"

"«Әсәлек даны» миҙалын ҙур тулҡынланыу, шул уҡ ваҡытта оло ғорурлыҡ менән ҡабул иттеп алдым. Сөнки биш балаға әсәй булыу минең өсөн бик ҙур яуаплылыҡ..."

Башлыҡ ҡулынан Маҡтау хаттары алған әсәләр бөгөн донъялағы иң матур кешеләр булып күренде. Залда ултырған ике-өс ир ҙә хатта ниңә мин ҡатын-ҡыҙ булып тыуманым икән тип уйлап ҡуйғандыр - ана, уларға ниндәй хөрмәт. Тамашаны ҡараған аҙ халыҡ (пандемия) гөрләтеп сәпәкәй итте, сәхнәләге әсәләргә бында йыйылғандар ғына түгел, әйтерһең, бар ғаләм ҡул сапты.
«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүсе Эльвира Вәлидованың ҡыуанысын уртаҡлашып, фекерен белештек:
- «Әсәлек даны» миҙалын ҙур тулҡынланыу, шул уҡ ваҡытта оло ғорурлыҡ менән ҡабул иттеп алдым. Сөнки биш балаға әсәй булыу минең өсөн бик ҙур яуаплылыҡ. Төндәрен йоҡламай, һау-сәләмәт итеп, хәстәрләп ҡарап, тәрбиәләп яҡшы кеше итеп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырырға кәрәк. Әлбиттә, балаларыбыҙҙы тәрбиәләүгә бер үҙемдең генә көсөм һалынмаған, балаларҙы үҫтерешеп, уларҙы ҡарашып, ғәиләбеҙгә терәк-таяныс булып торған тормош иптәшем Фәһимгә ҙур рәхмәтлемен. Һәр бер бәләкәсебеҙҙе көтөп алдыҡ, улар беҙҙең ҡыуанысыбыҙ, йыуанысыбыҙ. Балаларыбыҙ бишәү булыуына ҡарамаҫтан, шул ҡәҙәре күп, ауыр һымаҡ та тойолмай. Бер береһен ҡарашып, ҡул араһына кергәндәре миңә ҙур ярҙамсы, эшһөйәр булып үҫеп киләләр, Аллаға шөкөр. Мин үҙемде бик бәхетле әсә тип һанайым...
Тулы материал 95-се һанда баҫылды.
Читайте нас: