Әсә
“Әсәй” тигән бөйөк был исемгә
Бар тойғо ла бергә йыйылған.
Кешелек донъяһын бар итеүсе
Әсә йөрәгенән уйылған.
Әсә...Әсәй... Бөтә яҡшылыҡ та,
Тик әсәнән генә ағыла.
Аҙашһа юлдарың, өмөттәр өҙөлһә,
Яуабы әсәнән табыла.
Хәстәрле ҡулдарҙан аш-һыу тәмле,
Бер йылмайһа йәнең ял итә.
Фатихаһын алһаң ауырлыҡтар үтә,
Көс етмәҫтәй эшкә көс етә.
Халҡыңа ҡарата, илгә, ергә
Оло һөйөүҙе лә ул бирә.
Тормош ҡағиҙәһен, ғаилә ҡиммәттен
Күкрәк һөтө менән һеңдерә.
Гармония менән пар ҡанатта
Атай сыныҡтыра, әсә наҙ бирә.
Миһырбанлыҡ, тормошта таһыллыҡ
Рух байлығы булып ишелә.
Бөтәбеҙ ҙә һәр саҡ дан йырлайбыҙ,
Ер Әсәгә, Ил, Һыу Әсәгә.
Телем - Әсә теле, рәхмәтем ҙур
Ғүмер бүләк иткән әсәгә.
Әсәкәйем... Әсәкәйем минең, йөрәк һағышым... Мин һине шул тиклем һағындым. Баҡыйлыҡҡа күсеүеңә лә утыҙ өс йыл үтеп китте. Иҫемә төшкән һайын, нимә биреп еткермәнем икән, тип тормош йомғағымды һүтәм. Бигерәк тә, оҙаҡ йылдар түшәктә ятҡан саҡтарыңда, сараһыҙҙан үрһәләнеүҙәрем әрнетә. Хатта һыҙланғанда ла, миңә ауыр булмаһын тип, түҙеп, балам, тип сабыр ғына ята торғайның. Хәҙер, үҙем бәрәкәтле ғүмеремдең аҙағына етеп ултырам, һыҙланған саҡтарымда һәр ваҡыт һине күҙ алдыма килтерәм... Сабыр, бик түҙемле булғанһың икән...