Әсә көнөнә арнап, күп бала тәрбиәләгән Лилиә Балянова, Инна Джаран, Анна Ильина, Наталья Морозова, Раиса Савенко һәм Айгөл Өмөтбаевалар Башҡортостан республикаһы хөкүмәте тарафынан иҫтәлекле бүләктәр алды.
Федераль проект нигеҙендә ҡала кимәлендә уҙғарылған, "Күп балалы бәхет" бәйгеһендә ҡатнашҡан: Корниловтар, Рәхимовтар һәм Хорошиловтар ғаиләләре үҙҙәре тураһында видеороликтар төшөрөп, төрлө сараларҙа ҡатнашып, урындар яуланы. Улар был конкурста еңеүсе тип иғлан ителде. Ошо церемония бүлмәһендә ултырыусы ҡунаҡтарҙы һөйөндөрөп, "Мини мисс-2020" онлайн-конкурсына ла һөҙөмтәләр яһалды. Унда ҡатнашҡан бәләкәс ҡыҙыҡай Софья Рәхмәтуллина тамашасы һөйөүен яуланы, Дарья Щурова - бәйгенең еңеүсеһе тип танылды.